Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Декабрь 2024, 04:25

Республикала медиктар өсөн социаль түләүҙәр

50 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа табиптар өсөн түләүҙең максималь күләме — 50 мең һумға тиклем, ә уртаса персонал өсөн 30 мең һумға тиклем тәшкил итә...

29 560 медицина хеҙмәткәренә махсус социаль түләү буласаҡ. Уны Рәсәй социаль фондының БР буйынса бүлексәһе 2024 йыл башынан билдәләне. Илебеҙҙә бындай ярҙам сараһы 2023 йыл башынан билдәләнгән, Түләүҙәрҙе Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендәге һаулыҡ һаҡлау белгестәре ала.

50 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа табиптар өсөн түләүҙең максималь күләме — 50 мең һумға тиклем, ә уртаса персонал өсөн 30 мең һумға тиклем тәшкил итә. 50 меңдән 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа эшләгән табиптар өсөн — 29 мең һумға тиклем, ә урта медицина персоналы өсөн 13 мең һумға тиклем түләү ҡаралған. 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа: табиптар өсөн — 18,5 мең һумға тиклем, урта медицина персоналы өсөн — 8 мең һумға тиклем. Аҡса ошо медицина ойошмалары нигеҙендә автоматик рәүештә күсерелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас