+21 °С
Болотло
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы «үлтереү» статьяһы буйынса ауыр енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнеп, 1954 йылда тыуған Мәмбәтов Вәхит Абдулла улын эҙләй. Хәйбулла районының Ғәҙел ауылында тыуып үҫкән кешенең ҡайҙалығын билдәләйҙәр.
Эҙләнеүсенең ҡайҙалығын белгәндәрҙең БР буйынса Эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә (347) 279-39-02 йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә йәки БР буйынса эске эштәр министрлығының ышаныс телефоны буйынса 8 (347) 279-32-92 хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.