Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
18 Декабрь 2024, 05:25

Хәмерҙе һатыу сикләнәсәк

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда алкоголь һатыу сикләнә. 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа-икенсе көндөң 17.00 сәғәтенән 10.00 сәғәткә тиклем; 6 ғинуарҙа — 17.00 сәғәттән 23.00 сәғәткә тиклем

Яңы йыл байрамдарында Башҡортостанда алкоголь һатыу сикләнә. БР сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төбәк биләмәһендә магазиндарҙа алкоголь продукцияһын һатыуға ваҡытлыса сикләүҙәр индерелә: 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа-икенсе көндөң 17.00 сәғәтенән 10.00 сәғәткә тиклем; 6 ғинуарҙа — 17.00 сәғәттән 23.00 сәғәткә тиклем.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, был сикләүҙәр магазиндарҙа ваҡлап һатыуға ғына ҡағыла. Барҙарҙа һәм ресторандарҙа алкоголь эсемлектәрҙе заказ өсөн үҙгәрешһеҙ алырға мөмкин.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас