+21 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы 12 декабрҙә Андрей Назаровты республика Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Радий Хәбиров цурала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында хәбәр итте.
Үткән ултырышта Дәүләт Йыйылышы депутаттары бер тауыштан Назаров кандидатураһын хупланы. Төбәк етәксеһе ҡоролтайға 19 декабргә Башҡортостан Хөкүмәте составын тулыһынса формалаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. "Әлеге ваҡытта премьер-министр урынбаҫарҙары вазифаһына кандидаттар Дәүләт Йыйылышында ҡарала. 19 декабрҙә Хөкүмәт төҙөлөргә тейеш", - тине Радий Хәбиров.