Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
17 Декабрь 2024, 11:40

Финанс пирамидаларына йәлеп иткән өсөн...

1 миллион һумға тиклем штраф индерелде...

Кешеләрҙе финанс пирамидаларына йәлеп иткән өсөн административ штраф тәғәйенләнә. Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа тейешле закон ҡабул итте. Финанс пирамидаларын ойошторған һәм уларҙың эшмәкәрлеге өсөн ҡануниәттә енәйәт яуаплылығы ҡаралған, әммә мутлашыусылар башҡа схемаларҙы файҙалана башлаған.

Ләкин «ғәҙәти» пирамидалар (яңы вкладсыларҙың аҡсаһы бынан алдағыларға проценттарҙы түләүгә йүнәлтелә) ҙа һаман бар. Мәҫәлән, яңыраҡ Башҡортостанда тағы бер ошондай ойошма асыҡланды.

Яңы закон менән граждандарға — 50 мең һумға, вазифа биләгәндәргә һәм эшҡыуарҙарға — 100 мең һумға, ойошмаларға 1 миллион һумға тиклем штраф индерелә.

Сығанаҡ:

https://www.bashinform.ru/news/likbez/2024-12-16/shtrafy-do-1-mln-rubley-vvedeny-za-vovlechenie-v-finansovye-piramidy-4054347 

Финанс пирамидаларына йәлеп иткән өсөн...
Финанс пирамидаларына йәлеп иткән өсөн...
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас