+24 °С
Ямғыр
Йомаштар шатлығы менән уртаҡлашты:
- Йомаш ауылы стадионында, Яңы 2025 йыл шыршыһын асыу тантанаһын Йомаш ауыл биләмәһе башлығы исеменән Әлиә Әхмәтьйән ҡыҙы ҡотлау менән башлап ебәрҙе . Байрам кисәһендә беҙ ,,Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштерҙек.Был әкиәтте һайлауыбыҙ беҙҙең үҙешмәкәр әртистәребеҙ менән Ғаилә йылына йомғаҡ яһау маҡсатында ҡуйылды. Яңы йыл кисәһе уйын-көлкө, йыр бейеү менән үрелеп күңелле барҙы. Балаларҙың күңелдәренә хуш килеп ,ихлас ҡыуанып уйнауҙары беҙҙе ҡыуандырҙы. Үҙемдең исемдән сценарийҙа ҡатнашыусыларға бик ҙур рәхмәт һүҙе еткерәм.