Новости
16 Декабрь 2024, 05:20

Тағы йылыта

Алдағы өс көндә -1° тиклем йылытасаҡ...

Тағы йылытаТағы йылыта
Тағы йылыта

Башҡортостанда алдағы өс көндә -1° тиклем йылыта.

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 16 декабрҙә, ҡар яуыуы фаразлана, төньяҡта көслө. Урыны менән буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -1, -6°.

Шишәмбе, 17 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы, республиканың көньяғында көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә -4, -9°, көндөҙ -1, -6°.

Шаршамбы, 18 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5, -10°, көндөҙ -1, -5°.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас