Һаҡмар
+21 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Декабря 2024, 09:10

Руль артында йоҡлап киткән

Йөк машинаһының юоына сыҡҡан

Руль артында йоҡлап киткәнРуль артында йоҡлап киткән
Руль артында йоҡлап киткән

Руль артында йоҡлап киткән еңел машина водителе зыян күргән. Уның машинаһы металл өйөмөнә әйләнгән. БР дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртән Иглин районында М-5 «Урал»автомобиль юлының 1533-сө саҡрымында авария булған. ВАЗ-2111 менән идара иткән водитель, фаразлауҙар буйынса, руль артында йоҡлап киткән, унан ҡаршы һыҙатҡа сығып, унда МАН ҙур йөк машинаһы менән бәрелешкән. "Төрлө йәрәхәттәр менән 44 йәшлек еңел автомобиль водителе дауаханаға оҙатылды",-тип хәбәр иттеләр БР дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә. Был факт буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре тикшереү үткәрә, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас