Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Декабрь 2024, 06:15

Мутлашыусыларҙан алданған

54 йәштәге ҡатын 3,5 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан

Мутлашыусылар  54 йәшлек ҡатынды 3,5 миллион һумға алдаған. Уға йәнәһе лә элекке начальнигынан хеҙмәткәрҙәрҙең мәғлүмәттәрен ситкә китеүе һәм ФСБ-ға мөрәжәғәт итеү кәрәклеге тураһында хәбәр  килә. Һуңыраҡ ҡатынға мутлашыусы шылтырата, үҙен ФСБ хеҙмәткәре тип таныштыра. Һуңынан «росфинмониторинг хеҙмәткәре» бәйләнешкә сыға, ул зыян күреүсегә уның иҫәбендә шикле операциялар тураһында хәбәр итә. Үҙенең тупланмалары өсөн ҡурҡып, ҡатын 1,5 миллион һумды мутлашыусылар әйткән «махсус иҫәптәргә» күсерә. Бының менән мутлашыусылар туҡтап ҡалмай. Улар ҡатынға уның исеменә кредиттар рәсмиләштерелеүе тураһында хәбәр итә һәм 600 мең һумлыҡ кредит алырға күндерә. Тиҙҙән енәйәтселәр уны тағы ла алдап, был юлы аҡсаны әсәһенең иҫәбенән «хәүефһеҙ иҫәпкә»күсерергә кәрәклеген әйтә. 

Ҡатын үҙенең алданғанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт итә. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас