+24 °С
Ямғыр
Башҡортостандың заправкаларында бензинға хаҡтар артты. RussiaBase порталы мәғлүмәттәре буйынса, «Башнефть» станцияларында АИ-92 маркалы яғыулыҡ 53,25 һум тора (+0,38%), Аи-92+ — 54,35 һум (+0,37%), Аи-95+ — 57,95 һум (+0,35%). Дизель автомобиле хужаларын да көтөлмәгән бүләк көтә, Бер литр ДТ өсөн 66,60 һум (+0,3%) түләргә тура киләсәк. «Лукойл» колонкаларында ла хаҡтар күтәрелә. Унда Аи-92 — 55,91 һум (+0,4%), Аи-95-59,88 һум (+0,39%) тора.