Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
15 Декабрь 2024, 06:45

Һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ

Алдағы өс көндә һауа торошо ниндәй буласаҡ? Һауа температураһы төндә-13,18° нулдән түбән, аяҙытҡанда -23° тиклем, көндөҙ -10,-15°...

Һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡҺауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ
Һауа торошо үҙгәреүсән буласаҡ

Бөгөн, 15 декабрҙә, Башҡортостанда көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә-13,18° нулдән түбән, аяҙытҡанда -23° тиклем, көндөҙ -10,-15°.

Иртәгә, 16 декабрҙә, ҡар яуыуы көсәйәсәк. Республиканың ҡайһы бер райондарында синоптиктар буран сығыуын, боҙлауыҡ булыуын фаразлай. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ барлыҡҡа киләсәк. Бөгөнгө кеүек үк ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10,-15° тәшкил итәсәк, аяҙытҡанда термометр бағанаһына тиклем -20° төшәсәк, көндөҙ -1,-6° һыуыҡ буласаҡ.

Шишәмбе, 17 декабрҙә, ҡар һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, боҙлауыҡ, буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -2, -7 градус.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас