*Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Радий Хәбировтың ҡоролтай эшендә көнө буйы ҡатнашыуы, халыҡтың мәнфәғәтен, һорауҙарын белеүе, улар менән ҡыҙыҡһыныуы тигән һүҙ*. Мин Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайының беренсе съезынан алып ҡатнашам. 1995 йылда беренсе Ҡоролтай булды. Шунан үткән Ҡоролтайҙар менән сағыштырғанда 6 – сы Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы практик йәһәттән дә, ойоштороу йәһәтенән дә, конструктив булды. Заман талаптарына яуап биргән технологиялар файҙаланып эшләгәндәр. Шуға ла күберәк фекер туплап, фекер тыңлауҙарға ваҡыт күп булды. Был бик яҡшы. Радий Фәрит улының бер сифатын билдәләйем. Ул практик етәксе. Шуға бик күп кешеләрҙе белә, хатта исемдәре менән белә, таный. Унан алдағы етәксене мин кәмһетмәйем, әммә ул ысынлап та халыҡҡа яҡын. Уларҙың һорауҙарын да, башҡарған эштәрен дә белә - шул һоҡланыра. Минеңсә ул ҡоролтайҙа бушҡа ғына көнө буйы ҡатнашманы. Ҡоролтай ул беҙҙең халыҡҡа иң яҡын торған ойошма. Радий Хәбировтың ҡоролтай эшендә көнө буйы ҡатнашыуы, ул халыҡтың мәнфәғәтен, һорауҙарын белеү, улар менән ҡыҙыҡһыныу тигән һүҙ. Әгәр ҙә ошо Ҡоролтайҙа әйтелгән фекерҙәр, тәҡдимдәр тормошҡа ашырылһа беҙҙең республикабыҙ, халҡыбыҙ алға барасаҡ. Ошо съезда әйтелгән һүҙҙәр телде һаҡлау буйынса ла, тарихи хәтерҙе нығытыу буйынса ла, милләттең менталитетын һаҡлау буйынса ла нигеҙ буласаҡ
. Бөгөн әйтелгән бөтә фекерҙәрҙе туплап, йәшәһен ҡоролтай, йәшәһен башҡорт халҡы, йәшәһен халыҡтар дуҫлығы, тиер инем.