Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь , 09:35

Күгиҙелдәр ете аҙымға ҡушылырға саҡыра

 Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас — йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән ғәмәлдәр.

Күгиҙелдәр ете аҙымға ҡушылырға саҡыра
Күгиҙелдәр ете аҙымға ҡушылырға саҡыра

#башҡорттелекөнө2024 #деньашкирскогоязыка2024

Нәсихәттәр. «Ете аҙым» марафоны

Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә ҡарата һәм Башҡорт теле көнө айҡанлы «Ете аҙым» марафоны тәҡдим итәбеҙ. Уның шарттары буйынса, Мифтахетдин Аҡмулланың иң билдәле ижади ҡомартҡыларының береһе — "Нәсихәттәр"енә таянып, әҫәрҙә билдәләнгән ҡиммәттәрҙең асылын күңеленә ятҡан ижади ысул менән (шиғыр, фекер, цитата, йыр һәм башҡалар) сағылдырыу һәм видеояҙма әҙерләү. Иман, Күңел, Аҡыл, Шөкөр, Әҙәп, Сабыр, Ихлас — йәшәйешебеҙҙең төп ҡиммәттәрен билдәләгән ғәмәлдәр. Бөгөн төркөмдә Нәсихәттәрҙең үҙенсәлеген билдәләгән, асылын яҡтыртҡан видеояҙмаларҙы ҡарай алаһығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: