Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь , 13:30

Баймаҡ ағинәйҙәре - баҡсала

Исемдәрҙең кеше яҙмышына бәйле булыуын, хатта уны үҙгәртә алыуын кескәйҙәргә уйын, йыр, шиғырҙар аша еткереү маҡсат ине. Уйлаған теләктәр барып сыҡты...

Баймаҡ ағинәйҙәре - баҡсала
Баймаҡ ағинәйҙәре - баҡсала

Баймаҡ ҡалаһы ағинәйҙәре ҡаланың балалар баҡсаларына, мәктәп уҡыусылары менән осрашыуҙарға тәүге тапҡыр ғына йөрөмәй.

Был юлы маҡсатыбыҙ ҡаланың иң матур "Күбәләк" балалар баҡсаһына барып, кескәйҙәр менән осрашыу ине башҡорт теле көнөнә арнап. Балаларға телебеҙҙең ни тиклем яғымлы, моңло булыуын һәм башҡорт исемдәренең мәғәнәле икәнен төшөндөрөү. Исемдәрҙең кеше яҙмышына бәйле булыуын, хатта уны үҙгәртә алыуын кескәйҙәргә уйын, йыр, шиғырҙар аша еткереү маҡсат ине. Уйлаған теләктәр барып сыҡты. Балалар бик әүҙемдәр, тәрбиәлеләр, һәр уйында дәррәү ҡатнашып, ҡыҙыҡлы һорауҙарға дөрөҫ яуап табып ултырҙылар, шиғырҙарҙы матур ятлайҙар. Былар, әлбиттә, тәрбиәселәрҙең тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе. Ағинәйҙәргә лә, балаларға ла был осрашыу ныҡ оҡшаны, "Матур башҡорт телендә һөйләшәм" йыры менән юғары кәйефтә тамамланды. Тағы ла осрашырға килешеп, кескәйҙәр менән хушлаштыҡ.

Ҡала ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаһы К. Урыҫбаева.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: