“-Ҡурай, ҡайҙа үҫтең?
-Урманда!
-Кем ҡырҡты?”
Н.Мусин.
-Кем ҡырҡтымы? Егет ҡырҡты!
-Ә ул егет кем ине!
-Ул егетме? Ә ул егет...
Оҫталарҙың оҫтаһы!
Ул – яратҡаным минең!
Урал ҡырыҫ. Һаҡта ҡаялары
Текә-текә тауҙар битендә.
Таш күңелен, гүйә, иретергә
Ҡоштар һайрай урман ситендә.
Тәбиғәт бай! Сәскәләрҙән балҡый
Бар тирә-яҡ төрлө төҫтәрҙә.
Баш иҫерткес балға һеңгән һауа
Үҫемлектәр һипкән еҫтәрҙән...
Шундай сыуаҡ алсаҡ бер көн ине:
Йөрөй инек урман буйлатып,
Икәү генә тау йылғаһын кисеп,
Ҡояш нурын һыуҙа уйнатып.
Күңел шаша ташып гүзәллектән,
Йөрәк йыртып хистәр ҡайнаша.
Бына ғиллә, әллә ниндәй бер көс
Ялмағандай булды моң аша.
Арбап алды йәнем - тәнемде...
Ер-Әсәме беҙгә өндәшә?
Әйтерһең дә, парлы ике йәнгә
Мәңгелек хис шулай өләшә.
Ә мин иҫәр, ошо көйгә иҙрәп
Иләҫләнеп китеп әйләнәм.
Әрһеҙ мөхәббәт тә йөрәгемә
Тәрәнерәк китеп бәйләнә.
Йән һөйгәнем менән етәкләшеп
Моңдо юллап алға уҡталдыҡ.
Ни күрәбеҙ, аҡлан урай-урай
Йырын һуҙа зифа бер ҡурай.
Егет рухы ап-аҡ аҡлан бит ул:
Рөхсәт алып тәүҙә Тәңренән,
Наҙлап ҡына көпшә орлоҡтарын
Усҡа йыйҙы торған еренән.
Доға уҡып, урман ҡосағына
Сәсте һибеп кипкән емдәрҙе.
Йәшәһен, тип, башҡорт моңо мәңге,
Күрһен тиеп килер көндәрҙе.
Ҡырҡып алып ипләп иң төбөнән,
Яһап ҡуйҙы уйын ҡоралын.
Терәтеп кенә ирен ситенә,
Йырын һуҙҙы данлап Уралын.
Ҡурай... Бар тәбиғәт шауын, әллә,
Йыйып алып ҡуша һеңдергән?
Меңәр йыллыҡ ете ырыу зарын
Күңелдәргә беҙҙең иңдергән?
-Ҡурай, кем ҡырҡты?
-Егет ҡырҡты!
-Нишләргә?
-Уйнарға!
Моңом менән данлап халҡымды
Бар донъяны иңләп -буйларға!
Гөлкәй Исмәғилева