Новости
13 Декабря 2024, 09:20

Боҙ аҫтына киткән

66 йәштәге ирҙең батыуын күреп өс уҡыусы бала уның янына йүгерә

Ауырғазы районында йәшәгән 66 йәшлек ир батып үлгән. Был хаҡта БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында хәбәр иттеләр.

Фажиғә кисә Көндөҙ Ауырғазы йылғаһында Ҡорманай ауылы янында булған. Унда боҙ аҫтына ҡолаған ирҙе өс уҡыусы күреп ҡалған.

"Балалар урынға килеп еткәнсе, ир һыу аҫтына киткән була. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул биҙрә менән һыу алыу өсөн йылғаға килгән. Бөгөн һәләк булған кешенең кәүҙәһен водолаздар сығарған", - тигән мәғлүмәт бирәләр ведомствола.

Мәрхүмдең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас