Бөгөн республикала мөһим сара - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен дауам итте. Ҡорға йыйылған делегеттар алдында Республика Башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ошо хаҡта Баймаҡ делегацияһының уй-фекерҙәре.
Азамат Мөхәмәтшин, Баймаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары:
- Радий Фәрит улы мөһим мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. Үткән ҡоролтайҙа тел буйынса һорауҙар бик күп булғайны. Заманса уҡытыу методикаһы, уҡыу ҡулланмалары юҡлығын белдергәйне делегаттар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был йүнәлештә бихисап эштәр башҡарылды. Радий Фәрит улының инвестиция, сәнәғәт һәм һаулыҡ һаҡлау сәғәттәре менән бер рәттән милли телдәр сәғәттәре үткәреүе хуплауға лайыҡ. Башҡорт телендәге "Һомай" аҡыллы колонкаһы барлыҡҡа килеүе бигерәк тә шатлыҡлы.
Илнур Ишмөхәмәтов, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы, делегат:
- Бик шәп сара. Халҡыбыҙ өсөн мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Республика Башлығының сығышын йотлоғоп тыңлап ултырҙыҡ. башҡорт теленә булған иғтибарҙың артҡандан-арта барыуы һөйөндөрҙө. Радий фәрит улы үҙе лә: "Телһеҙ бер нәмә лә булмаясаҡ" тине. Йыл һайын телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә гранттар бүленеүе, быйыл ғына 33 ойошманың 50 миллион һум алыуы шәп яңылыҡ. 25 проект башҡорт телен үҫтереүгә йүнәлтелеүе лә яҡшы. Республикала 8 полилингваль гимназиялар асылған. Шуларҙың берәүһе Баймаҡ ҡалаһында булыуы ҡыуаныслы. Артабан эшләргә һәм эшләргә тигән дәрт алдыҡ.