Новости
13 Декабрь 2024, 04:40

26 йәшлек егет һәләк булды

Ул ҡаршы һыҙатҡа сығып, фураға бәрелә

26 йәшлек егет һәләк булды26 йәшлек егет һәләк булды
26 йәшлек егет һәләк булды

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары Өфө-Бөрө-Яңауыл трассаһында Благовещен ҡалаһына ингән ерҙә юл-транспорт ваҡиғаһы урынында эшләне.  Унда  еңел машина ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм фура менән бәрелешә. Һөжүмдән еңел машинаны трассанан кюветҡа ырғыта.

Ҡотҡарыусылар һәләк булған 26 йәшлек егетте гидравлик авария-ҡотҡарыу ҡоралы ярҙамында аса. Йөк машинаһы ла кюветҡа китә. Ҡотҡарыусылар фура водителен ҡарап, уға медицина ярҙамы талап ителмәүен билдәләне. 

26 йәшлек егет һәләк булды
26 йәшлек егет һәләк булды
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас