Новости
12 Декабря 2024, 15:25

Йәш мәктәп директорҙарына грант

Шулай уҡ йыл һайын кәмендә мең педагог шифаханала ял итеү өсөн 56 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ...

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан белем биреү кимәлен үҫтереүҙә юғары бурыстар ҡуя, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә.

Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр өсөн бер нисә ярҙам сараһы булдырылған. Мәҫәлән, быйыл иң яҡшы тәрбиәселәргә 575 мең һум күләмендә 75 грант бирелгән. Киләһе йылдан иң уңышлы йәш мәктәп етәкселәре өсөн (45 йәшкә тиклем) 690-ар мең һумлыҡ 50-шәр грант булдырыласаҡ. Йыл һайын кәмендә мең педагог шифаханала ял итеү өсөн 56 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Радий Хәбиров был ярҙам сараһы уҡытыусыларҙың һорауы буйынса булдырылыуын билдәләне.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас