Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала ҡар һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ күҙәтеләсәк. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5 градус.
Йома, 13 декабрҙә, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәнә ҡар, урыны менән көслө, айырым райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -5, -10 градус, көндөҙ 0, -5.
Шәмбе, 14 декабрҙә, синоптиктар бер аҙ ҡар яуыуын фаразлай. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -7, -12 градус, төндә аяҙытҡанда -17-гә тиклем.