+24 °С
Ямғыр
Дәүләт Думаһы депутаттары пленар ултырышта икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙарҙа административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексҡа төҙәтмәләр ҡабул итте. Улар 2025 йылдың 1 ғинуарынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн бер нисә штрафты арттырыуҙы күҙ уңында тота.
Мәҫәлән, ҡайышты эләктермәгән өсөн штраф бер мең ярымдан бер мең һумға тиклем артасаҡ. Ошо уҡ сумманы ҡыҙыл утҡа үткән өсөн түләргә тура киләсәк. Светофорҙың тыйыу сигналын ҡабаттан иғтибарһыҙ ҡалдырыу ҡағиҙә боҙоусыға 7,5 мең һумға төшәсәк. Иҫерек килеш транспорт сараһы менән идара иткән өсөн штрафтар 30 меңдән 45 мең һумға тиклем арта.