Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
12 Декабрь 2024, 05:50

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Яҡташтарыбыҙ яуҙа ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Күптәре дәүләт наградаларына лайыҡ булды. 12 яугиргә Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән юғары исем бирелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың һигеҙенә – үлгәндән һуң. Ғүмерен ҡорбан иткән геройҙар хаҡында иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр...

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһайРадий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһағанда махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙе хөрмәтләп иҫкә алырға тәҡдим итте.

Республика Рәсәй менән бергә МХО бурыстарын хәл итеүҙә ҡатнаша, тип билдәләне ул.

«Яҡташтарыбыҙ яуҙа ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Күптәре дәүләт наградаларына лайыҡ булды. 12 яугиргә Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән юғары исем бирелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың һигеҙенә – үлгәндән һуң. Ғүмерен ҡорбан иткән геройҙар хаҡында иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр. Һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуығыҙҙы һорайым», — тине ул.

Радий Хәбиров быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә алдағы йылдарға Башҡортостан үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләй.

Тура трансляцияны хәҙер БСТ, «Башҡортостан 24» һәм «Вся Уфа » телеканалдарында, Дәүләт Йыйылышының рәсми сайтында, шулай уҡ республика етәксеһе хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас