+21 °С
Болотло
Элек мутлашыуҙа ғәйепләнгән ҡатын сираттағы 13 миллион һумлыҡ афера эшләй. Был хаҡта республика прокуратураһынан хәбәр иттеләр. Өфө ҡыҙы үҙен полиция стажеры итеп таныштырып һәм төрлө юридик мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән бурыстары өсөн ҡулға алынған машиналарҙы һатып алыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итергә тәҡдим итә. Зыян тураһында ғаризалар 12 кешенән килә. Ҡыҙыҡ, улар араһында ысын полицейскийҙар ҙа бар.