Новости
11 Декабрь 2024, 15:35

Яугирҙең рухына бағышлап

Батырҙарса һәләк булған яугиребеҙ Вилюр Үтәғоловтың ҡырҡы уҡытылды. Ата-әсәһе саҙаҡа итеп бирелгән аҡсаны һ.б. МХО-лағы яугирҙәргә йүнәлтте

Яугирҙең рухына бағышлапЯугирҙең рухына бағышлап
Яугирҙең рухына бағышлап

Яугирҙәребеҙҙең яҡты рухы беҙҙең хәтерҙә мәңгелек ҡалыр. Уларға бағышлап аяттар уҡытыла, кисәләр үтә.

- 1-се Этҡол ауылынан, махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Үтәғолов Вилюр Әғләм улының ошо көндәрҙә ҡырҡ көнөнә бағышлап ата - әсәһе, туғандары, балалары дуҫтары, яҡындары аят уҡытты. Ата - әсәһенә, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек бирһен Аллаһ Тәғәлә!! Ошо аяттан йыйылған хәйер саҙаҡаһын, ата - әсәһе, әҙ булһала ярҙам булһын тип, яугир егеттәребеҙгә бирҙеләр. Хәйер саҙаҡа аҡсаһы 3500 һум, бер коробка һабын, таҫтамалдар, ҡулъяулыҡтар.

Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен! Һуғыштар тиҙерәк бөтһөн, ярҙам ҡулы һуҙғандарға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Махсус хәрби операция ла йөрөгән егеттәребеҙ имен-һау булһындар! Тыуған яҡтарға иҫән һау әйләнеп, ҡайтыуҙарын көтәбеҙ!-тип хәбәр иттеләр Беренсе Этҡолдан. 

Яугирҙең рухы тыныс ятһын, урыны ожмахта булһын! Ата-әсәһенә, яҡындарына сабырлыҡ, һаулыҡ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас