Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Декабрь 2024, 12:15

Кредит ... "яуаплы" ла була икән

Финанс министрлығы «Минең финанстарым» Бөтә Рәсәй эстафетаһының III этабын башланы, тема күптәр өсөн көнүҙәк – «Яуаплы кредит»...

Өсөнсө этап 2024 йылдың 4 октябренән 25 декабренә тиклем үткәрелә, уның темаһы "Яуаплы кредит" ("Ответственный кредит"). Ул мәктәп уҡыусылары, студенттар, иҡтисади яҡтан әүҙем өлкәндәр, шулай уҡ пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнгән. Шуныһы мөһим, был этапта ҡатнашыусылар кредитлауҙың бөтә нескәлектәре тураһында беләсәк, «хәүефле кредиттар» нимә икәнен аңлаясаҡ, уҡыу курсын үтәсәк һәм хатта хыялына аҡса туплай аласаҡ. 2024 йылдан Рәсәй Федерацияһында финанс грамоталылығын күтәреү Һәм финанс мәҙәниәтен формалаштырыу стратегияһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2030 йылға тиклем йыл һайын "Минең финанстарым" тематик бөтә Рәсәй  эстафеталарын үткәреү планлаштырыла.

Проекттың төп бурысы – финанс грамоталылығы темаларын популярлаштырыу, уларҙы тағы ла уңайлыраҡ итеү, кешенең ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, ҙур ҡалала йәки алыҫ тораҡ пунктта. Башҡортостан Республикаһы эстафетаның бөтә этаптарында ла әүҙем ҡатнаша. Планлаштырылған һәм үткән саралар тураһында мәғлүмәт сайтта урынлаштырыласаҡ https://моифинансы.рф/estafeta/.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас