Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Декабрь 2024, 14:40

Хоҡуҡ һаҡсылары халыҡҡа мөрәжәғәт итте

Мулашыусылар күпселек осраҡта үҙҙәрен "МВД" йәки "ФСБ"-нан булыуын белдерә...

Рәсәй Эске эштәр министрлығы һәм ФСБ граждандарға үҙҙәре исеменән эш иткән мутлашыусыларға ышанмаҫҡа кәрәклеге тураһында иҫкәртеү менән мөрәжәғәт итте. Ведомстволарҙа бындай һөйләшеүҙе шунда уҡ туҡтатырға саҡыралар, сөнки енәйәтселәр янай башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телефон мутлашыуҙары факттары арта бара, улар барышында мутлашыусылар үҙҙәрен йышыраҡ хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары хеҙмәткәрҙәре булып таныта. Енәйәтселәрҙең эш итеү алгоритмы бик ябай. Тәүҙә улар ҡорбандарын именлек органдары, полиция йәки башҡа хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары хеҙмәткәрҙәре булыуҙарына ышандырырға тырыша. Профессиональ терминологияны әүҙем ҡулланалар, ҙур вазифалар һәм исемдәр атайҙар. Һөйләшеүҙең яҙылыуына баҫым яһайҙар һәм уның йөкмәткеһен фаш итеү йәки хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартыу өсөн яуаплылыҡ менән янайҙар. Ышаныслылыҡ өсөн рәсми структураларҙың номерҙарына оҡшаш алмаш телефон номерҙары ҡулланыла. Ҡайһы берҙә формалы кейем, ялған таныҡлыҡтар, бойороҡтарҙың күсермәләре йәки башҡа хеҙмәт документтары күрһәтелгән видео шылтыратыуҙар үткәрелә. Һуңынан әңгәмәсегә уға йәки уның туғандарына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуы тураһында хәбәр итәләр.

- Һуңғы ваҡытта мутлашыусылар граждандарға экстремизм һәм терроризмды финанслау маҡсатында банк иҫәптәренән һәм карталарынан сит илгә аҡса күсерелеүе һәм бының өсөн яуаплылыҡ янауы тураһында хәбәр итә. Әммә һөйләшеүҙе дауам итеү  — һеҙгә аҡсаны хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә, ашығыс рәүештә аҡсаны күсерергә һәм мутлашыусыларҙы тотоуҙа ярҙам итеү өсөн курьерға тапшырырға, яҡындарығыҙҙы енәйәт эше ҡуҙғатыуҙы туҡтатыу өсөн аҡса түләргә тәҡдим итәләр. Ә бына һуңғы маҡсат төрлөсә булырға мөмкин: зыян күреүселәрҙе ҡурҡытып, мутлашыусылар аҡса  талап итеүҙән тыш, төрлө енәйәттәр, шул иҫәптән террористик йүнәлештәге енәйәттәргә лә этәрә, -тип аңлата хоҡуҡ һаҡсылары.

Бындай шылтыратыуҙарға яуап бирмәгеҙ!  Һаҡ булығыҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас