Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
11 Декабрь 2024, 14:10

Арзанға шәкәр ташыйым тип...

Ете йыл да алты айға хөкөм ителде...

Арзанға шәкәр ташыйым тип...Арзанға шәкәр ташыйым тип...
Арзанға шәкәр ташыйым тип...

Стәрлетамаҡта йәшәгән 47 йәшлек ҡатын мутлашыу һәм урлашыу өсөн дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында 7 йыл 6 айға иркенән мәхрүм ителде. Хөкөм ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәгән. БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдан 2023 йылға тиклем ҡатын дуҫтарынан һәм таныштарынан шәкәр ҡомон ташлама менән күмәртәләп һатыу өсөн аҡса биреүҙәрен һорай. Шул уҡ ваҡытта ул үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрен үтәй алмай, тауарҙы етештереүсенән ҙур ташлама менән һатып алыу һәм уны артабан эре тәьмин итеүселәргә һатыу мөмкинлеге тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәт бирә.

Мәҫәлән, енәйәтсе 9 граждандан 5 миллион һумдан ашыу аҡса ала. Уларҙы үҙенә тотона. Бынан тыш, «Фольксваген Поло» маркалы автомобилде ҡуртымға алып, уны икенсе кешегә һата, шул рәүешле хужаһына 1,5 миллион һум күләмендә зыян килтерә. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен танымай. Ул быға тиклем дә шундай уҡ енәйәттәр өсөн хөкөм ителгән булған.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас