“Һаҡмар” бүләк ит” эстафетаһы сиктәрендә, Кәрешкә ауылынан 84 йәшлек Гөлнур инәй Йәнтилинаға 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына “Һаҡмар” гәзите бүләк иттем. Гөлнур инәй гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы. “Һәр бер һанын ҙур ҡунаҡтай көтөп алам”, - тип белдерҙе ул. Инәйебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Ә инде “Һаҡмар” бүләк ит” эстафетаһын артабан тапшырам:
Әлфиә Мусина – Әбделкәрим ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Динар Иҙелбаев - Ишбирҙе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Барый Миңлебаев - Йомаш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Айнур Сибаев – Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Альбина Байымова – Ярат ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Ләйсән Йәнбирҙина – Ишмырҙа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы;
Руслан Иҙрисов – Татлыбай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.
Сылбырҙы өҙмәй генә, эстафетаны дауам итәйек, дуҫтар!