Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Декабрь 2024, 07:25

Владимир Путинға һорау бирергә мөмкин

«Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» сall-үҙәге граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы. Президентҡа мөрәжәғәтте 8-800-200-40-40 телефоны аша, 0-40-40 номерына бушлай СМС-хәбәр менән, текст йәки видеояҙма рәүешендә moskva-putinu.ru сайтында, шулай уҡ программаның «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә бирергә була...

Владимир Путинға һорау бирергә мөмкинВладимир Путинға һорау бирергә мөмкин
Владимир Путинға һорау бирергә мөмкин

«Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» сall-үҙәге граждандарҙан мөрәжәғәттәр ҡабул итә башланы. Президентҡа мөрәжәғәтте 8-800-200-40-40 телефоны аша, 0-40-40 номерына бушлай СМС-хәбәр менән, текст йәки видеояҙма рәүешендә moskva-putinu.ru сайтында, шулай уҡ программаның «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрендә бирергә була.

Быйыл сall-үҙәк операторҙарына яһалма интеллект ярҙамға килә, шуға күрә мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү ваҡыты кәмене. Шул уҡ ваҡытта операторҙар менән аралашыу ваҡыты сикләнмәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты 19 декабрҙә йылға йомғаҡ яһай һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә. Матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, быйыл матбуғат конференцияһы һәм тура бәйләнеш берләштерелгән форматта үткәрелә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас