Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
10 Декабрь 2024, 12:10

Руль артында 16 йәшлек үҫмер тотолған

Уның эскән булыуы ла асыҡлана

Руль артында 16 йәшлек үҫмер тотолғанРуль артында 16 йәшлек үҫмер тотолған
Руль артында 16 йәшлек үҫмер тотолған

Эскән үҫмер «ВАЗ-2110» руле артында Ишембай юлдары буйлап йөрөгән. Уны дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре туҡтатҡан. Тәртип һаҡсылары төндә руль артында йәш кешене күреп ҡала. Документһыҙ 16 йәшлек үҫмерҙең иҫерек булыуы асыҡлана һәм алкотектор быны раҫлай-тикшереү һөҙөмтәһе һулаған һауала 0,853 мг/л этил спирты тәшкил итә.

Машина атаһыныҡы. Ата-әсәһенән һорау алыу барышында улар улының асҡыстарҙы һорамай ғына алып китеүен аңлата. Административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән. Ата-әсәгә лә улдарының был ҡылығы өсөн яуап бирергә тура киләсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас