+21 °С
Болотло
2024 йылдың 1 ғинуарынан 10 декабренә тиклем Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың иң һирәк һәм популяр исемдәре билдәле булды. Исемлекте ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы баҫтырып сығарҙы.
Мәҫәлән, ҡыҙҙар өсөн иң һирәк исемдәр Даниэль, Мелитта, Жаннат, Хатиджа һәм Аланна булған. Малайҙарҙы һирәгерәк Миро, Вилдан, Тегор, Мөхәммәтбилол һәм Денислам тип атайҙар.
Һәм, киреһенсә, был йылда тыуған ҡыҙҙар өсөн иң популяр исемдәр Әминә, София, Арина, Эмилия һәм Ева була. Малайҙар өсөн Әмир, Эмир, Тимур, Артем һәм Марк.