Граждандарҙы алдауҙың яңы ысулын уйлап тапҡандар Улар ҙур компанияларҙа, дәүләт ойошмаларында һәм Үҙәк банкта вакансиялар тураһында иғлан урынлаштыра. Потенциаль дәғүәселәрҙән шулай итеп шәхси мәғлүмәттәрҙе һәм банк мәғлүмәтен алалар. Кандидаттарҙы дистанцион әңгәмәгә саҡыралар, уның һөҙөмтәләре буйынса хеҙмәт килешеүен «төҙөү» өсөн аҡса күсереүҙе һорайҙар.
Был хаҡта Рәсәй Банкы хәбәр итә. Енәйәтселәр, эш хаҡы алыу өсөн банк картаһының актуаллеген раҫлау өсөн, уҡытыу йәки медицина тикшереүе өсөн тип тә аҡса һорай.Ҡайһы берҙә дәғүәселәрҙән телефондарына вируслы ҡушымта ҡуйҙыралар.
Үҙәк банкта иҫкәртәләр, әгәр эшкә урынлашыу процесында йәки стажировка башланыр алдынан нимәлер өсөн түләргә һораһалар, бындай тәҡдимдән баш тартырға кәрәк. Ысын эш биреүселәр банк мәғлүмәттәрен йыймай, финанс документтарын һәм кандидаттарҙан ниндәй ҙә булһа операцияларҙа финанс ҡатнашыуын һорамай. Вакансиялар йәки стажировкалар тураһында мәғлүмәтте компанияның рәсми сайтында тикшереү яҡшыраҡ.