Новости
9 Декабрь 2024, 05:20

Ә һеҙҙә нисә градус бөгөн?

Тәүге ҡаты һыуыҡтар башланды. Бөгөн районыбыҙҙҙың Һаҡмар буйында урынлашҡан ауылдарында утыҙ градустан ашыу һыуыҡ булған. Һеҙҙә нисек? Яҙығыҙ. дуҫтар

Башҡортостанда тәүге ҡаты һыуыҡтар башлана. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 9 декабрҙә, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ, ҡайһы бер райондарҙа боҙлауыҡ буласаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Көндөҙ термометр бағанаһы -5, -10°күрһәтәсәк.

Шишәмбе, 10 декабрҙә, ҡар яуыуы көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙа буран, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә -7, -12°, көньяҡ-көнсығышта -17° тиклем һыуыта, көндөҙ һауа -3, -5° тиклем йылына.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас