Өфөнән 28 йәшлек ҡатынды ике айға тәфтиш изоляторына япҡандар. Ул 2024 йылда тыуған бәләкәй улын үлтерергә маташыуҙа ғәйепләнә. Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын 2024 йылдың февраленән октябренә тиклем ире менән бергә, февралдә тыуған балаһын уны кәрәкле туҡланыуҙан мәхрүм итә. Был сабыйҙы ныҡ хәлһеҙләнеүгә һәм үҫешенең әкренәйеүенә килтерә. Бынан тыш, ата-әсә даими рәүештә ярҙамһыҙ баланы оҙаҡ ваҡытҡа эте менән фатирҙа яңғыҙ ҡалдыра, уны кейемһеҙ килеш карауат тартмаһында иҙәндә тота. Әсәһе улын медицина учреждениеларына йөрөтмәй һәм даими рәүештә кәрәкле гигиена процедураларын үткәрмәй.
Был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына баланың атаһының һеңлеһе хәбәр итә. Ул ир һәм ҡатындың икенсе төбәккә планлаштырылған сәфәре алдынан сбайҙы ошо йәшниктең эсендә таба. Улар малайҙы яңғыҙ ҡалдырырға ниәтләгән була.
Тикшереү дауам итә.