+24 °С
Ямғыр
Стәрлетамаҡта йәшәүсе 77 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кешеләр шылтыратып, үҙҙәрен инвестиция компанияһы хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Улар уға пенсияһын күпкә арттырыу мөмкинлеген тәҡдим итә. Бының өсөн пенсионерға махсус мобиль ҡушымта ҡуйырға һәм аҡсаны «брокер» иҫәбенә күсерергә тәҡдим итәләр. Мутлашыусылар, был ысул менән ул йыллыҡ килеменең 30 процентын ала аласаҡ, тип ышандыра. Пенсионер ҡатын, вәғәҙәләренә ышанып, күрһәтелгән иҫәпкә 4,5 миллион һум самаһы аҡса күсерә, уларҙың күп өлөшө кредитҡа алына. Табыш алыу мөмкин түгеллеге асыҡланғас, ул алдағанын аңлай. Зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Һаҡ булығыҙ!