6 декабрҙә сәғәт 12 — ләр тирәһендә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегенең дежур бүлегенә Ишле ауылында йәшәгән туғандарының-59 йәшлек фермерҙың һәм уның 56 йәшлек ҡатынының юғалыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына шунда уҡ тәфтиш-оператив төркөм сыға. Ауылдан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта һыу ятҡылығы ярында көсләп үлтереү билдәләре менән юғалған ир һәм ҡатындың кәүҙәләре табыла.
Һәләк булғандарҙың сейфындағы аҡса, ҡоралдан тыш, машина ла юғалыуы билдәле булғас, уны эҙләй башлайҙар. Шикле Тойота Иглин районында күренә. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡыуа төшә. Улар туҡтамағас, иҫкәртеү атыуы эшләйҙәр. Машина туҡтағас, юл инспекторҙары уның янына йүгерә. Әммә водитель тағы ла уларға ҡаршылыҡ күрһәтеп ҡасырға маташа һәм ҡоймаға барып төкөй. Тотолған ирҙәргә 36 һәм 49 йәш. Улар фермерҙың хужалыҡта ярҙам иткән эшселәре. Улар фермерҙы таларға хәл икән була.
- Тикшереүҙең яҡынса версияһы буйынса, 2024 йылдың 5 декабрендә Ишле ауылында ғәйепләнеүселәр үҙҙәренең яллаусыһын таларға ҡарар итә. Йорт хужаһы бесән артынан киткәндә, улар уның ҡатынын балта менән башына бер нисә тапҡыр һуғып үлтерә, артабан өйҙән ике мылтыҡ, аҡса һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәрҙе урлайҙар. Ир ҡайтҡас, уны урланған мылтыҡтан атып үлтерәләр. Һуңынан кәүҙәләрҙе йылғаға янына алып сығып, уларҙы тоҡтарға төрөп ҡалдыра һәм енәйәт урыныннан ҡорбандарының автомобилендә ҡаса, — тигән мәғлүмәт бирә республика тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.