Новости
8 Декабрь 2024, 07:05

Башҡорт халҡы ил йөҙөн ҡыҙартмаҫ

"Ҡоролтай - башҡорт милләте, республика өсөн бик мөһим ваҡиға.Һәм беҙ уны еңел булмаған осорҙа үткәрәбеҙ.Беҙҙең халыҡты тарҡатырға тырышалар, әммә был мөмкин түгел", - тигәйне "Тура бәйләнеш"тә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙҙән үтәсәк халҡыбыҙҙың оло йыйыны тураһында. Халҡыбыҙҙы туплауҙа, милләтебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың әһәмиәте ҙур.Республикала иң әүҙем эшләгән ҡоролтайҙарҙың береһе булараҡ, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һуңғы йылдарҙа ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәште?Ошо хаҡта түбәндәге мәҡәләлә һүҙ бара. #ҡоролтай#ВсемирныйКурултайБашкир#Баймаҡбашҡорттарыҡоролтайы#баймаҡоролтайы

Башҡорт халҡы ил йөҙөн ҡыҙартмаҫБашҡорт халҡы ил йөҙөн ҡыҙартмаҫ
Башҡорт халҡы ил йөҙөн ҡыҙартмаҫ

"Ҡоролтай - башҡорт милләте, республика өсөн бик мөһим ваҡиға.Һәм беҙ уны еңел булмаған осорҙа үткәрәбеҙ.Беҙҙең халыҡты тарҡатырға тырышалар, әммә был мөмкин түгел", - тигәйне "Тура бәйләнеш"тә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тиҙҙән үтәсәк халҡыбыҙҙың оло йыйыны тураһында.

Халҡыбыҙҙы туплауҙа, милләтебеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә урындарҙағы ҡоролтайҙарҙың әһәмиәте ҙур.Республикала иң әүҙем эшләгән ҡоролтайҙарҙың береһе булараҡ, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы һуңғы йылдарҙа ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәште?Ошо хаҡта түбәндәге мәҡәләлә һүҙ бара.

Билдәле булыуынса, 12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Һәр биш йыл һайын ойошторолған йыйында милләтебеҙҙе борсоған иң актуаль мәсьәләләр уртаға һалып тикшереләсәк. Унда Баймаҡ районынан ҙур делегация ла ҡатнаша.

Милләтебеҙ мәнфәғәтендәге проблемаларҙы хәл итеүҙә урындағы ҡоролтайҙар мөһим роль уйнай. Ришат Ишембәтов етәкләгән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ла был юҫыҡта маҡсатлы эш алып бара. Райондағы йәмәғәт ойошмаларын берләштереүсе көс булараҡ, ауылдарҙы төҙөкләндереү, халҡыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләү, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыуға күп көс һала был ойошма. Һуңғы биш йыл эсендә генә лә Ҡоролтай үткәргән саралар һәм проекттар бик күп һәм уларҙың һәр береһе изге маҡсатҡа – милләтебеҙҙе берләштереүгә йүнәлтелгән.

2018 йылда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡортостанда иң беренсе булып РФ Юстиция министрлығында рәсми рәүештә йәмәғәт ойошмаһы булараҡ теркәлеү үтте. Был иһә Ҡоролтайға төрлө проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирҙе. Шуларҙың береһе – “Экологик һабантуй” проекты менән Рәсәй конкурсында ҡатнашыу һәм РФ Президенты Грантына лайыҡ булыу. Һөҙөмтәлә райондың 10 ауылында “Ҡоролтай” аллеялары барлыҡҡа килде. Бөгөн был аллеялар ауылдарҙың йәме булып ултыра, уларҙы тәрбиәләп тотоуға ауыл биләмәләре хакимиәттәре, йәмәғәт ойошмалары, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары күп көс һала.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы бына байтаҡ йылдар инде “Айыҡ ауыл”, “Сәләмәт ауыл”, “Сылтыр шишмә”, “Башҡорт телендә иң күп китап уҡыусы”, “Иң яҡшы эшләүсе ҡоролтай рәйесе”, “Мул һыулы Һаҡмар”, “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа” һәм башҡа күп проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы эш алып бара һәм ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Айыҡ ауыл” конкурсында йыл да беҙҙең район ауылдары әүҙем ҡатнаша, Башҡортостан кимәлендә еңеүҙәр яулай. Түбәнге һәм Үрге Яйыҡбай, Йылым ауылдары бәйгенең республика этабында еңеп сыҡты. Иҫке Сибай ауылы ла яҡшы күрһәткескә өлгәште.

Сәләмәт ауыл” һәм “Сылтыр шишмә” конкурстарына ярашлы районда 130-ҙан ашыу шишмә кәртәләп алынды, һыу алыу, ял итеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылды.

Туған телде һаҡлау һәм үҫтереү” проектына ярашлы, Ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзалары ҡала һәм район мәктәптәрендә булып, башҡорт телен уҡытыу кимәлен өйрәнә, һығымта яһап, уны район мәғариф бүлегенә һәм район хакимиәтенә тапшыра. Шуныһы үҙенсәлекле, мәғариф бүлеге белгестәре ойошма ултырыштарында ҡатнашып, ошо мәсьәлә буйынса даими отчет яһай.

Башҡорт телендә иң күп китап уҡыусы” конкурсы мәғариф бүлеге, үҙәк район китапханаһы, “Башҡорт китабы” магазины менән берлектә ойошторола һәм уға йыл һайын йомғаҡ яһап барыла.

Баймаҡ районы мөхтәсибәте һәм ҡаланың “Нәсихәт” мәсете менән берлектә балалар араһында “Иман нуры” конкурсы үткәреү бөгөн инде матур йолаға әүерелгән. Приздар фондын булдырыуға Ҡоролтай ҙа үҙ өлөшөн индерә.

Милли матбуғатты күтәрмәләү, Ҡоролтай трибунаһы булған “Һаҡмар” гәзитенең тиражын һаҡлау буйынса ойошма ҙур эш алып бара. Район баҫмаһын пропагандалау, уны халыҡ араһында таратыу маҡсатында “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа” конкурсы йылына ике тапҡыр ойошторола, унда еңеүсе ауыл биләмәләре, йәмәғәтселәр, почта хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнә. Был матур йолаға ойошма оҙаҡ йылдар дауамында тоғро ҡала һәм уның һөҙөмтәһе ҙур.

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Законды тормошҡа ашырыу буйынса район һәм ҡала хакимиәттәре, Ҡоролтай, “Һаҡмар” гәзите тарафынан рейдтар ойошторола. Махсус комиссия ҡала һәм район ойошмалары, сауҙа предприятиеларында булып, алтаҡталарҙың, табличкаларҙың дөрөҫ яҙылыу-яҙылмауын тикшерә, хаталарҙы асыҡлай, етешһеҙлектәр тураһында уларҙың етәкселәренә еткерә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә гуманитар ярҙам ойоштороу Ҡоролтай эшмәкәрлегенең төп бурыстарының береһе булып тора. Был тәңгәлдә ойошма махсус акциялар ойоштороуға үҙ өлөшөн индерә. Ҡоролтай ағзалары бер ҡасан да унан ситтә ҡалмай, үҙҙәре лә аҡса йыйып, яугирҙәребеҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр ебәрә.

Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының эш тәжрибәһе республика кимәлендә һәр саҡ өлгө итеп ҡуйыла, быны абруйлы етәкселәрҙең фекерҙәре лә дәлилләй. Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Рәсих Хәмитов бына нимә ти: “Ришат Вәкил улы Ишембәтов етәкләгән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы бик тә әүҙем, маҡсатлы эш алып бара һәм улар тарафынан ойошторолған проекттар һоҡланыу тыуҙыра. Был тәжрибәне республиканың башҡа төбәктәре лә өйрәнергә тейеш”.

Халҡыбыҙҙың оло йыйыны – VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына өмөт ҙур, - ти район башҡорттарының ҡор башы Р.В. Ишембәтов. - Унда милләтебеҙҙе борсоған иң актуаль мәсьәләләр күтәрелер, уларҙы хәл итеү юлдары уртаға һалып тикшерелер һәм аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшелер, тип ышанам”.

Азамат Мөхәмәтшин.

#ҡоролтай
#ВсемирныйКурултайБашкир
#Баймаҡбашҡорттарыҡоролтайы
#баймаҡоролтайы

 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас