Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
8 Декабрь 2024, 13:40

Бәхил бул, Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы

Учалы районында журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Фирҙәүес Әхмәтйәнова вафат булды. Беҙҙең район журналистары уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша

Бәхил бул, Фирҙәүес Ишморат ҡыҙыБәхил бул, Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы
Бәхил бул, Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы

 Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова 1964 йылдың 1 сентябрендә Ишембай районының Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында донъяға килә. БДУ-ның филология факультетын тамамлай. «Серп и молот» гәзите редакцияһында хәбәрсенән алып баш мөхәрриргә тиклем хеҙмәт юлы үтә.

Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында баҫма матбуғат бүлеге мөдире булып эшләне. 2021 йылда Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалының Учалы мәғлүмәт үҙәге директоры итеп тәғәйенләнә.

Мәрхүмә менән хушлашыу 10 декабрҙә Учалы ҡалаһында үтәсәк

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас