+24 °С
Ямғыр
Күсей ауыл биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса мәрхүм булған ир-егеттәр иҫтәлегенә арналған Советтар Союзы геройы Миндигулов Т.Т. исемендәге Кубок спорт уйындары ойошторолдо. Уйындарҙа Күсей, Моҡас һәм Сибай ауыл биләмәләренең командалары ҡатнашты. Спорт һөйөүселәр волейбол, өҫтәл теннисы һәм шашки буйынса көс һынаштылар. Күбокты Күсей ауыл биләмәһенең йыйылмә командаһы яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Моҡас һәм Сибай ауыл биләмәһе йыйылма командалары бүлеште. Һәр спорт төрө буйынса еңеүселәргә миҙалдар һәм маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Афарин, ошондай әһәмиәтле сараны ойоштороусыларға!