Новости
7 Декабрь 2024, 10:00

“Ирекле яр” яңы мөмкинлектәр аса

Паркта баймаҡтарҙың ҙур түҙемһеҙлек менән көткән тағы ла бер ял итеү урыны буласаҡ. Ул – пирс. Таналыҡ йылғаһы яры буйлап һалынған аҫылмалы күперҙе әлеге ваҡытта төҙөү тамамланыуға табан бара. Тап унан Баймаҡ ҡалаһының визит карточкаһына әйләнгән ҡара тауға күренеш асыласаҡ та инде. Бында Таналыҡ йылғаһының тулҡындарын күҙәтә-күҙәтә ял итергә уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Әйткәндәй, пирс төҙөү өсөн дә Таналыҡ йылғаһы һәм уның эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙартыу өсөн экологик өмәләр уҙҙы. Был тәңгәлдәге эштәр артабан да дауам итәсәк...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

“Ирекле яр” яңы мөмкинлектәр аса

Уның ярҙамында ҡала паркы төҙөкләндерелә

Баймаҡ ҡалаһындағы Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында барған реконструкция эштәрен һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтә. Барлыҡ саралар “Ирекле яр” проектына ярашлы башҡарыла. Иң мөһиме – парк, ысынлап та, ҙур үҙгәрештәр кисерә. Быйыл проекттың тәүге этабында ҡаралған эштәр алып барыла.

- Бөгөнгә парктың биләмәһенә асфальт түшәлде, йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөү өсөн махсус тротуар һалынды, - тине Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы директоры Хәкимйән Хәйбуллин. – Парк ҡапҡаһы, уның эргә-тирәһе тулыһынса үҙгәреш кисерҙе. Ингән урынға бәләкәй архитектура ҡоролмалары - халҡыбыҙҙың бренды булып һаналған дүрт ҡурай урынлаштырылды. Парк бер нисә зонаға бүленә, улар биҙәкле ҡоймалар менән уратып алынған. Әлеге көндә фонтан  урынлаштырылды. Уны тикшереп, тоташтырыу эштәре генә ҡалды. Ҡыҫҡаһы, проект документтарынның беренсе этабында ҡаралған саралар тамамланыуға табан бара, тиһәк, хата булмаҫ, моғайын.

Ысынлап та, паркта ғәйәт ҙур эштәр башҡарыла. Бында ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү һәм мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа буласаҡ. Сәхнәнең урыны әҙерләнгән. Уның конструкцияһын ҡороу талап ителә. Хоккей уйнарға һәм конькиҙа шыуырға яратыусылар өсөн айырым боҙ майҙансығы ҡаралған. Спортсылар һәм башҡалар өсөн айырым йылытылған сисенеп-кейенеү бүлмәһе эшләйәсәк. Футбол, баскетбол, волейбол, стритбол, мини-футбол уйындары өсөн дә айырым майҙансыҡ ҡарала. Әлеге ваҡытта ер аҫтынан барлыҡ инженер коммуникациялары һалынған. Бөгөн электр лампалары бағаналары ултыртыла. Шулай уҡ ошо көндәрҙә видеокүҙәтеү камералары ла урынлаштырыла башлаясаҡ.

Паркта баймаҡтарҙың ҙур түҙемһеҙлек менән көткән тағы ла бер ял итеү урыны буласаҡ. Ул – пирс. Таналыҡ йылғаһы яры буйлап һалынған аҫылмалы күперҙе әлеге ваҡытта төҙөү тамамланыуға табан бара. Тап унан Баймаҡ ҡалаһының визит карточкаһына әйләнгән ҡара тауға күренеш асыласаҡ та инде. Бында Таналыҡ йылғаһының тулҡындарын күҙәтә-күҙәтә ял итергә уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ. Әйткәндәй, пирс төҙөү өсөн дә Таналыҡ йылғаһы һәм уның эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙартыу өсөн экологик өмәләр уҙҙы. Был тәңгәлдәге эштәр артабан да дауам итәсәк.

“Ирекле яр” проекты буйынса киләһе йылда башҡарыласаҡ эштәр ҙә байтаҡ ҡына. Бында инде төрлө аттракцион биләмәләре, ҡояштан һәм яуым-төшөмдән һаҡланыу өсөн япмалар һәм башҡа ял итеү зоналары ҡалҡып сығасаҡ.

Паркты йәшелләндереүгә айырым иғтибар бирелә. Уның өсөн яҡынса 10 миллион һум аҡса бүленә. Күп йыллыҡ сәскәләр, декоратив ҡыуаҡлыҡтар һәм емеш ағастарын ултыртыу ҡарала. Алмағас, муйыл, йүкә, ҡайын, ҡарағай ағастарына өҫтөнлөк бирелә. Бындай эштәрҙе атҡарып сығыу өсөн быйыл паркта бер нисә тапҡыр экологик өмә уҙҙы. Ҡолаған һәм ҡарт ағастарҙы ҡырҡып алғандар, серегән ағас ботаҡтары йыйып алынған.

Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы киләһе йылдың аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Ә бөгөн төҙөлөш эштәренән тыш парк хеҙмәткәрҙәрҙе административ корпуста үҙ иҫәптәренә косметик ремонт эштәрен башлаған. Әйткәндәй, парк биләмәһендә йыл әйләнәһенә халыҡты хеҙмәтләндергән кафе буласаҡ. Шәхси эшҡыуар яҡын арала унда төҙөлөш эштәрен башлаясаҡ.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:  Баймаҡ ҡалаһы һәм районында эш сәфәре менән булған саҡта “Ирекле яр” проектына ярашлы башҡарылған эштәр менән таныштым. Әйтергә кәрәк, был проект бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите тыуҙырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған ине. Уның өсөн 118 млн һум финанс бүленә, шуның 80 млн һумы – республика бюджетынан.

Баймаҡ халҡына һәм ҡунаҡтарға бында ғаилә менән ял итеү мөмкинлеге булдырыла, сәләмәт тормош алып барыу, мпорт меән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуасаҡ. “Ирекле яр” проектының тағы ла бер үҙенсәлеге – Таналыҡ йылғаһы өҫтөнән һуҙылған прис.

Төҙөкләндереү эштәре тамамланғас, парк халыҡтың иң яратып ял иткән урынына әйләнәсәгенә шигем юҡ”.  

Республика Башлығы күптән түгел халыҡ менән уҙған тура бәйләнештә лә парктарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһенә туҡтап, уға айырыуса баҫым яһап үтте. Радий Хәбировҡа йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү проекттары тураһында һорау бирҙеләр. Билдәле булыуынса, төбәк етәксеһе был темаға ҙур иғтибар бүлә, кешеләр уңайлы мөхиттә йәшәһен өсөн бар көсөн һала.

Ул үҙенең сығышында шулай тине: "Башҡортостанда төҙөкләндереү менән Ҡалаларҙы үҫтереү институты һәм уның етәксеһе Ольга Сарапулова шөғөлләнә. Хәҙер республика был проектты тормошҡа ашырыуға аҡса йәлеп итеү буйынса илдә тәүге урындарҙы биләй. Башҡортостанда заманса йәмәғәт урындары барлыҡҡа килә башланы. Уларҙы тормошҡа ашырыуға ижади ҡараш артты. Мин әле Бәләбәй өсөн ҡыуанам, уларҙың “Шишмәләр” паркы бик матур. Биләмәләр артабан да төҙөкләндереләсәк, үҫеш буласаҡ", - тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе был теманы даими иғтибарҙа тотоуын әйтте. Әле ул Өфө парктары мәсьәләһе менән етди шөғөлләнә. Ҡайһыларын тәү сиратта төҙөкләндереү буйынса халыҡ фекерен иҫәпкә алыу эше бара. Өфөлә Ағиҙел яры буйы ла яңы һулыш көтә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото:

“Ирекле яр” яңы мөмкинлектәр аса
“Ирекле яр” яңы мөмкинлектәр аса
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас