Ауылға зәңгәр яғыулыҡ инде Баймаҡ районы Әмин ауылына тәбиғи газ килеп етте. Газ торбалары ауылда 2022 йылда уҡ "2021-2025 йылдарға Башҡортостан рҽспубликаһын газ мҽнән тәьмин итҽүҙҽ һәм газ үткәреүҙе үҫтҽрҽү" программаһы сиктәрендә һалына башлай, ә ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөлөшө 2023 йылда тамамлана. Ошо көндәрҙә зәңгәр яғыулыҡ өйҙәрҙә янды. “Бөгөнгө көндә Башҡортостан Республикаһын газ менән тәьмин итеүҙе һәм газ үткәреүҙе үҫтереү программаһы буйынса Тҽмәс ауылынан Әмин-Иҙрис-Ҡолсора-Муллаҡай ауылына тиклҽм үткәрҽлдҽ. Ошо ҡыуаныслы көндә әминдәр исеменән һәм шәхсән үҙемдән Әмин ауылында газ селтәрҙәре төҙөүҙә ярҙам иткәне һәм булышлыҡ иткәндәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтҽнә, Баймаҡ районы хакимиәтҽнә, “Газпром газ бүлеү Сибай” етәкселегенә, подряд ойошмаһы етәкселегенә рәхмәт белдерәм.
Айгөл Байрамғолова, Темәс ауыл биләмәһе башлығы.