Янғындар сығыуы - иң ҡурҡыныс афәттең береһе. Сөнки уттан бер ни ҡалмай. Йортҡа килгән ҡаза бигерәк ҡурҡыныс, йыл да күпме кеше утта һәләк була. Шуға күрә һалҡын миҙгелдә генә түгел, ә һәр саҡ яңғыҙ йәшәгән ололарға иғтибар булырға тейеш. Быйыл беҙҙең 80 йәштәге иң шәп күршебеҙҙең йортонда һәләк булыуы аяныслы булды. Дядя Володя тип барыһы ла яратҡан олатай балаларға шыуғалаҡтар эшләп биреп, иҫ киткес мәрхәмәтле кеше ине. Урыны йәннәттә булһын.
Шуға күрә яңғыҙ йәшәгән ололар һәр саҡ күҙәтеүҙә булырға тейеш.
Йортта мотлаҡ янғынды иҫкәрткән прибор булһын.
Балалары яңғыҙ йәшәгән хәлен даими белешергә, электр приборҙарының, мейестең төҙөклөгөн ҡарарға тейеш.
Был йәһәттән беҙҙең Баймаҡ районында, янғын һүндереүселәрҙән тыш, етәкселәр ҙә үҙенә беркетелгән ауыл биләмәһенә сығып, ололарҙы, күп балалы ғаиләләрҙең йортон ҡарап сыға. Янғын приборҙарының төҙөклөгө ҡарала, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре аңлатыла.
Хәүеф-хәтәр булмаһын!