Ватан һаҡсыһының атаһы
Өфө ҡалаһының «Атайсал» мәҙәни үҙәгенең концерт залында махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре менән II асыҡ республика патриотик фестивале үтте. МХО-ла ҡатнашыусының атаһы Аслаев Фазлетдин Ғөбәйт улын "Ватан һаҡсыһының Атаһы" миҙалы менән бүләкләнеләр. 84 йәшлек Фазлетдин Ғөбәйт улы ҡатыны менән 2 - се Урман Заводы (Хәҙерге Бетеря ауылы) Темәс урман сәнәғәте хужалығында эшләй. 41 йыл хеҙмәт ғүмерен урман ҡырҡыусы эшенә бағышлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны 33 йыл бергә йәшәгәндән һуң вафат була. 5 баланы лайыҡлы тәрбиәләп үҫтергәндәр.
«Дан» позывнойлы кесе улы МХО яугире, күп балалы ата, Чечен республикаһында һәм Украина территорияһында 2 локаль һуғышта ҡатнашыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, «Хәрби туғанлыҡ» бөтә Рәсәй ойошмаһы ағзаһы, БАЙМАҠ районы МР советы депутаты, йәмәғәт эшмәкәре.
Фазлетдин Ғөбәйт улының 2 улы ата-әсәһе эҙенән тыуған ауылында урман ҡырҡыусы булып эшләй. Бер туған ағаһы вафат булғандан һуң Фазлетдин Ғөбәйт улы уны тәрбиәгә ала. Шулай уҡ был ағайҙың .ейәне лә МХО-ла.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «СССР-ҙың хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән, социалистик ярыштар еңеүсеһе, «һуғыш балалары» категорияһына ҡарай.
Аслаев Фазлетдин Ғөбәйт улын лайыҡлы наградаһы менән ҡотлайбыҙ!