+21 °С
Болотло
Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һауа температураһы ҡышҡы нормаға яҡынлаша, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.
Аҙнаның икенсе яртыһында республикала һауа шарттары үҙгәрәсәк.
Бөгөн, 5 декабрҙә, республика аша епшек ҡар һәм ҡар рәүешендә яуым-төшөм менән һалҡын фронт үтәсәк. Һауа температураһы климат нормаһына яҡынлашасаҡ.
6 декабрҙә һауа температураһы төндә -8, -13 градусҡаса, аяҙытҡанда -18, көндөҙ -5, -10 градусҡаса түбәнәйә.
Ял көндәрендә республикала уртаса һалҡын һауа торошо көтөлә, төнгө һауа температураһы -10, -15 градус, аяҙытҡанда -17, -22, көндөҙ -7, -12