+21 °С
Болотло
Саҡырыуға ашыҡҡан ашығыс медицина ярҙамы машинаһы Әбйәлил районында юлдан осҡан. Был хәл кисә төндә Асҡар-Дәүләтов – Аэропорт автомобиль юлының 3 – сө саҡрымында булған. Авария урынынан водитель һәм уның пассажиры, 24 йәшлек фельдшер, төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. "Бригаданың Кушеево тораҡ пунктына саҡырыуға юлланыуы билдәле. Әлеге осраҡ буйынса тикшереү үткәрелә», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.