+24 °С
Ямғыр
Бөгөн - Халыҡ-ара мөмкинлектәре сикләнгәндәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Халыҡ ижады үҙәгендә һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр өсөн байрам ойошторолдо. Сараның тәүге өлөшөндә ҡунаҡтар ҡул эштәренән торған күргәҙмә менән танышты, төрлө ойошма, учреждениеларҙа эшләүсе белгестәрҙән үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Икенсе өлөшө ҡотлауҙарһәм концерт программаһын үҙ эсенә алды.