Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында Саҡмағош районы Рапат ауылынан фельдшер Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте һәм яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙҙөрөүҙе һораны. Төбәк етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министрлығына объектты 2025 йылда төҙөргә поручение бирҙе.
– Башҡортостанда 2025 йылда 483 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Асылда, беҙ ауыл медицинаһын тергеҙәбеҙ. Алдағы биш йыл эсендә федераль финанслау иҫәбенә тағы ла 400-500 медицина пунктын яңыртыу планлаштырыла. Әле программа өҫтөндә эш бара, - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров шулай уҡ, ауылда ФАП юҡлығы тураһында хәбәр иткән Өфө районы Чесноковка халҡының һорауына яуап биреп, республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығына был проблеманы тикшерергә ҡушты.