Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
27 Ноябрь 2024, 03:15

Юлыҡтарҙан яугирҙәргә күстәнәс

Эште урындағы "Ағинәйҙәр" огйошмаһы башлап ебәргән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөнгө көндә илебеҙ халҡы берҙәм булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға төрлөсә ярҙам итә .Юлыҡ ауылы халҡы ла гуманитар ярҙам ойоштороу эштәренә дәррәү ҡушылды .Гуманитар ярҙам ойоштороуҙы ағинәйҙәребеҙ башлап ебәрҙе (етәксеһе Абдуллина В.Я) Ауылыбыҙҙың өс магазинына "МХО -ла ҡатнашыусыларға ярҙам " ҡумталары ултыртылды .Миләүшә Ғ. ,Аҡсыуашева Зилә ,Әҙеһәмова Көнһылыу ,Ярҡынбаева Таңһылыу апайҙар ир -егеттребеҙгә бейәләйҙәр бәйләп һалдылар .
Мәктәптең 7 класс уҡыусылары
һәм класс етәкселәре Хәбиева А.Ф. үҙҙәре айырым гуманитар ярҙам әҙерләнеләр.
Был сираттағы гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индереүсе ауылдаштарыбыҙға рәхмәт .
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир -егеттәребеҙ имен-һау йөрөһөндәр ,илебеҙҙә именлек урынлашһын.

Зилә Зәйнәғәбдинова,

мәҙәни ойоштороусы.

Юлыҡтарҙан яугирҙәргә күстәнәс
Юлыҡтарҙан яугирҙәргә күстәнәс
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас