Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов исемендәге Күсей төп белем биреү мәктәбендә мөһим саралар үтте. Уҡыусыбыҙ, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфир Вафир улы Замановҡа стенд асыу, хәрби операцияла һәләк булған уҡыусыларыбыҙ Саптаров Нурийән Нуриәхмәт улы һәм Кинйәбаев Таһир Юлай улына арнап, «Герой парталары» асыу тантанаһын үткәрҙек. Әлфир махсус хәрби операцияһы башланыу менән мобилизацияға эләгеп, хәрби хеҙмәткә алына. Әлеге көндә лә ул махсус концерт бригадаһы составында хеҙмәт итә. Нурйән менән Таһир 2022 йылдан алғы һыҙыҡта булып, Луганск өлкәһенең Серебрянск лесничество йүнәлешендә, Донецк өлкәһенең Авдеевка ҡалаһы йүнәлешендә 428-се мотоуҡсылар полкы сафында хәрби алыштарҙа ҡатнашалар. 2024 йылдың март - апрель айҙарында батырҙарса һәләк булдылар. Тыуған ил алдындағы хәрби ҡаҙаныштары өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының 2-се дәрәжә “Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Башҡортостан республикаһының “Генерал Шайморатов” исемендәге, 428-се полктың миҙалдары менән, Рәсәй Федерацияһы президенты указы менән үлгәндән һуң “Ҡаһарманлыҡ ордены” менән наградландылар. Герой улдарыбыҙ мәңге хәтерҙә!
Был сараға егеттәрҙең ата-әсәләре Венера һәм Вафир Замановтар, Рәхимә һәм Юлай Кинйәбаевтар, ҡатындары Ләйсән Саптарова һәм Айсилә Кинйәбаевалар, Нурйәндең ҡыҙҙары Зөлхизә һәм Зөлфиә, туғандары саҡырылды һәм ҡатнашты. Сара киләсәк быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәребеҙҙең батырлығын мәңгеләштереү, шундай улдар үҫтергән ата-әсәләргә ихтирам йөҙөнән, мәктәп уҡытыу-тәрбиә эше планына ярашлы ойошторолдо. Ләйсән килен ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткереп, яҙыусы туғаны Рәсүл Байгилдиндың китаптарын, мәктәпкә туптар бүләк итте. Сарала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ишембетов Ришат Вәкил улының, уның урынбаҫары, Һаҡмар гәзитенең бүлек мөдире Мөхәмәтшин Азамат Салауат улының ҡатнашыуы оло ихтирамға лайыҡ. Ришат Вәкил улы сараның оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп, барлыҡ әсәйҙәрҙе байрам менән ҡотланы, ауыл, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарға Ҡоролтайҙың Почет грамоталарын, Рәхмәт хаттарын тапшырып китте. Мәктәп уҡытыусылары Нәркәс Үтәғолова, Вәсилә Зәйнуллина, шағирә Гөлзифа Исрафилова, барлыҡ сараларҙа актив ҡатнашыусылар Лилиә Игебаева, Римма Касимова, Нәйлә Баймөхәмәтовалар билдәләнде.
Сараны әҙерләп, ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршылап, матур, бай йөкмәткеле итеп ойошторған мәктәп уҡытыусылар һәм уҡыусылар, ауыл хакимиәте, клуб коллективтарына, хеҙмәткәрҙәргә оло рәхмәтемде белдерәм! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Барығыҙғала һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләйем!
Ҡунаҡбай Уйылданов.