+21 °С
Облачно
"Йылы һүҙ - йән аҙығы". Һәмән ауылының ағинәйҙәр бүлмәһендә тап ошондай исем аҫтында матур сара үтте. "Йылы һүҙ - йән аҙығы", - тиҙәр. Ҡатын-ҡыҙҙар иң яғымлы һүҙҙәрен, һөйөүен, йылы мөнәсәбәтен белдереп бер-береһенә бүләктәр тапшырҙы. "Әсә. Әсәй... Күпме наҙ, мәрхәмәтлек, изгелек, йылылыҡ һәм көс был исемдә! Ошо бөйөк исемгә тап төшөрмәй, артабан да барыбыҙға ла имен-һау йәшәргә яҙһын. Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе сәләмәтлектән айырмаһын, балаларығыҙҙың изгелеген, игелеген күреп, бәрәкәтле оҙон ғүмер кисерегеҙ!", - тип изге теләктәрен еткерҙе Һәмән ауылының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Фәһимә апай Һибәтуллина.